Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙың ял үҙәге киләһе йылға төҙөлөп бөтәсәк

«Урал аръяғы–2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа «Шифа» балалар ял һәм һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшө менән танышты.  

Балаларҙың ял үҙәге киләһе йылға төҙөлөп бөтәсәк
Балаларҙың ял үҙәге киләһе йылға төҙөлөп бөтәсәк

 

Әлеге ваҡытта проектлау - инженер тикшеренеүҙәре, проект һәм эш документтарын әҙерләү һәм экспертиза үтеү эштәре бара.Һуңынан төҙөлөш эштәренә рөхсәт биреләсәк.

  • Объектты төҙөү хаҡы 3 миллиард һум тәшкил итәсәк. Республика ҡаҙнаһынан капиталь грант күләме – 756 миллион һум. Лагерь бер сменала 350 баланы ҡабул итә аласаҡ. Балаларҙың ял үҙәген асыу киләһе йылдың 1 сентябренә планлаштырыла, – тине Премьер-министр.

Лагерь биләмәһендә 7 автобусҡа иҫәпләнгән иркен парковка буласаҡ. Насар һауа торошо өсөн япма, шулай уҡ үҙәкләштерелгән багаж тапшырыу урыны ла ҡаралған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в