Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты нимәләр борсой?

Сибайҙа «Урал аръяғы – 2023» V Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы асылды.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты нимәләр борсой?Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты нимәләр борсой?
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты нимәләр борсой?

 Унда ҡатнашырға дәүләт органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, инвесторҙар, эксперттар йыйылды. Инвестһабантуй программаһында төрлө темаға 20 сессия үткәреләсәк.

Форум барышында кисә Төбәк-ара бизнес-шәрифтәр форумы уҙҙы. Сараның эшлекле программаһы бизнес-шәрифтәр институтын үҫтереүгә йомғаҡ яһауға, бәләкәй бизнестағы хәлде анализлауға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү һәм уларҙың һөҙөмтәлелеге мәсьәләләренә, дәүләт һәм бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға арналды. Сара «Үҙгәрештәр иҡтисадында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ: системалы мәсьәләләр һәм ярҙам саралары» пленар дискуссияһынан башланды. Унда 3 сит ил дәүләте һәм Рәсәйҙең 6 төбәге вәкилдәре, шулай уҡ республиканың бизнес-шерифтары һәм эшҡыуарҙары ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, Рәсәй иҡтисады бер нисә йыл шарттарында үҫешә.

– Шуға күрә бөгөн эске резервтарҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу бурысы иң мөһиме булып тора. Бында, әлбиттә, бизнес алып барыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә айырым урын бирелә. Эшҡыуарлыҡты үҙгәртеү йәһәтенән бөгөнгө форумдың темаһы был процестың асылын бик яҡшы баһалай, – тип аңлатма бирҙе беренсе вице-премьер. – Бөгөн Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, үҙмәшғүлдәр һанының артыуы күҙәтелә. Күп осраҡта, бындай ыңғай үҫеш республикала төҙөлгән бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү буйынса системалы эш һөҙөмтәһе булып тора. 2019 йылда республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән асылған бизнес-шәрифтәр институты, һис шикһеҙ, уның төп элементы булып тора. Уның эшмәкәрлеге федераль кимәлдә билдәләнде. Институт Стратегик башланғыстар агентлығының иң яҡшы төбәк тәжрибәләре пулына инде һәм Рәсәй төбәктәрендә таратырға тәҡдим ителде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды беренсе вице-премьер.

 

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Башҡортостан миҫалында бизнесҡа дәүләт ярҙамының уңышлы тәжрибәһе тураһында һөйләне.

– Хәҙер, 4 йылға яҡын ваҡыт үткәс, бизнес-шәрифтәр «аяғында ныҡлы баҫып тора», ҙур эш тәжрибәһенә эйә булды. Һеҙҙең өсөн иң мөһиме – бөтә йүнәлештәрҙә компетенциялар кимәлен күтәреү, юридик оҙатыу, һәр потенциаль тәьмин итеүсе менән һәр ярҙам программаһының үҙенсәлектәрен эшкәртеү. Беҙ - профилле министрлыҡ, республика Хөкүмәте эшегеҙҙе хуплайбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Афзалов. Министр ярҙам сараларына туҡталып, улар бәләкәй бизнес өсөн дә, үҙмәшғүлдәр өсөн дә көнүҙәк хәлде, проблемаларҙы һәм талаптарҙы, кәйефтәрҙе һәм пландарҙы, ағымдағы иҡтисади хәлгә реакцияларҙы, хәүефтәрҙе иҫәпкә алып төҙөлөргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рөстәм Афзалов ярҙам сараларын ҡулланыу, уларҙы яңынан көйләү, шарттарға ҡарап интеграциялау миҫалдарын килтерҙе.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас