

Юлай Азамат улы белдереүенсә, Украина яғынан башлыса румындар, немецтар, англосакстар, поляктар, Балтик буйы илдәренән кешеләр аҡса өсөн һуғыша.
"Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡырылып бөтмәгән фашистарҙың балалары һәм ейәндәре булып тора. Был осраҡта Украинаның оборона министрына шундай һорау килеп тыуа: "Һеҙ ҡайһы яҡта? Фашизмға ҡаршы һуғышҡан халыҡтар яғындамы, әллә хәҙер беҙгә ҡаршы һуғышҡандар яҡлымы?" Беҙ украин халҡына ҡаршы һуғышмайбыҙ - Рәсәй Президенты Владимир Путин бының турала аныҡ әйтте. Беҙ нацизм һәм фашизмды тергеҙеүселәргә ҡаршы һуғышабыҙ", — тине ул.
Ю.Моратов Радий Хәбировтың яуабы буйынса ла фекер менән уртаҡлашты.
«Радий Фәрит улы лайыҡлы яуап ҡайтарҙы. Мин МХО зонаһында йыш булам, айына берҙе барып ҡайтам. Күптәр әйтеүенсә унда украин һалдаттары юҡ, күбеһенсә ситтән килеп аҡсаға ялланғандар һуғыша. Күптәр ВСУ контрһөжүмен көтә һәм һөйләй. Был осраҡта төп йүнәлеш — көньяҡтағы Мелитополь, Мариуполь. Унда асыҡ урындар, баҫыуҙар - шәп машиналарҙа, бронялы техникала тиҙ генә барып етеп эре ҡалаларҙа йәшенергә була. Был йүнәлештәрҙе Башҡортостандан яугирҙар һаҡлай. Ошоно күҙ уңында тотоп дошман уларҙың идеологик нигеҙен һындырырға маташа. Улар башҡорттарҙың бер ҡасан да сигенмәүен белә. Беҙҙекеләр фронттың барлыҡ һыҙатында ҡеүәтле көс булып тора. Ошоға күрә лә ҡаршы яҡтан шундай идлеологик баҫым булды, шулай ҙа уларҙың бер нимәһе лә килеп сыҡмаясаҡ".