Һыу үткәргес төҙөкләндерелә

Ауырғазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль һыу үткәргесе майҙансығында булды.

Һыу үткәргес төҙөкләндереләҺыу үткәргес төҙөкләндерелә
Һыу үткәргес төҙөкләндерелә

Хәҙер объектта селтәрҙәрҙе реконструкциялау сиктәрендә монтаж эштәре бара. 1978 йылда төҙөлгән инженер объекты Ауырғазы һәм Ғафури райондарының 20-нән ашыу тораҡ пунктын эсәр һыу менән тәьмин итә. Белгестәр әйтеүенсә, иҫке һыу үткәргес ныҡ туҙған. 410 миллион һумлыҡ беренсе реконструкциялау этабын проектлау былтыр тамамланды.

 «Ауырғазы-водоканал» муниципаль унитар предприятиеһының Милли тормош фонды менән килешеү сиктәрендә маҡсатлы займ селтәрҙәрен яңыртыуға 208,5 миллион һум алды. Бынан тыш, республика 200 миллион һум самаһы субсидия бүлде. Тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен комплекслы хәл итеү өсөн селтәрҙәрҙе реконструкциялауҙың икенсе этабы – яңы һыу алыу ҡоролмалары төҙөү проектын эшләргә кәрәк. Проект эсәр һәм техник һыу менән тәьмин итеү өсөн ер аҫты һыуҙары запасын тикшереүҙе һәм баһалауҙы ла үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров мәсьәләне контролдә тоторға һәм республиканың власть органдары менән берлектә төҙөлөштө билдәләнгән ваҡытҡа тамамларға ҡушты.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас