Кирбес заводы яңыртылған

Талбазылағы кирбес заводында йылына 21миллион кирбес етештерелә.

Кирбес заводы яңыртылғанКирбес заводы яңыртылған
Кирбес заводы яңыртылған

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Талбазыла Ауырғазы районының иң ҙур предприятиеларының береһендә –  «Керамика технологиялары» компанияһының етештереү майҙансығында булды. Ул «Башҡорт кирбесе» холдингы составына инә һәм республиканың төҙөлөш тармағы өсөн кирбес эшләүҙә махсуслаша. Предприятие директоры Дамир Сәйфуллин һөйләүенсә, заводта муниципалитет ярҙамы менән производствоны яңыртыу буйынса инвестиция проектын тамамлайҙар. Майҙансыҡта балсыҡ әҙерләү ҡорамалы монтажланған, пресс, ҡырҡыу һәм кирбес һалыу автоматы алмаштырылған. Бынан тыш, формалау линияһы һәм яндырыу мейесе автоматлаштырылған. Проектҡа һалынған аҡсаның дөйөм күләме 220 миллион һум тәшкил иткән. Предприятиела көйләү эштәре алып барыла, һуңынан продукция сығарыла башлаясаҡ.

  Башҡортостан Башлығы етештереү цехтарын ҡараны һәм предприятие етәкселеге менән аралашты. Дамир Сәйфуллин, производствоны модернизациялағандан һуң ҡеүәттәр ике тапҡырға тиерлек артты, йылына 21 миллион кирбескә тиклем, тип хәбәр итте. Шуға бәйле предприятиела яңы вакансиялар барлыҡҡа килгән. Етәкселек эшкә өҫтәмә белгестәр ҡабул итергә планлаштыра.

  Төбәк етәксеһе Ауырғазы районы хакимиәтенә эшҡыуарлыҡ менән һөҙөмтәле эш алып барғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Муниципалитет башлығы заводты яңыртҡан һәм предприятиены сафҡа индергән инвесторҙы тапты, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Сәнәғәтебеҙ уңышлы үҫешһен өсөн эшләргә кәрәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас