Дан артынан ҡыуған берәү...

Дан артынан ҡыуған 23 йәшлек рэпер Благовещен районында наркотиктар етештереп маташҡан. 

Дан артынан ҡыуған берәү...Дан артынан ҡыуған берәү...
Дан артынан ҡыуған берәү...

Хиттар яҙыр өсөн "талант эйәһенә" ҡорамалдар һәм тауыш яҙҙырыу студияһы етмәгән. Шуға ла ул "закладсы" булып эшкә урынлашҡан, наркотиктар ҡуллана башлаған, аҙаҡ тик үҙенә генә эшләргә ниәтләгән. Кемеров өлкәһенән Благовещен районына килеп, ул бәләкәй генә ауыл өйөндә нарколаборатория асып ебәргән. Тауарҙы (мефедрон менән метадонды) үҙендә һынап ҡараған. Хыялын тормошҡа ашырырға аҡса туплап өлгөрмәгән - оперҙар ҡамасаулаған. Уның өйөндә 5 кг наркотик тапҡандар. Бынан тыш 150 килограмм сеймал, химик реактивтар, колбалар, үлсәү табылған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Дан артынан ҡыуған берәү...
Дан артынан ҡыуған берәү...
Дан артынан ҡыуған берәү...
Дан артынан ҡыуған берәү...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас