"Изге һөнәрле ижадсы" проекты – Стәрлетамаҡта

Бөгөн ял көнө булыуға ҡарамаҫтан Стәрлетамаҡтың шиғри күңелле уҡытыусылары мөһим сараға йыйылды.

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты – Стәрлетамаҡта"Изге һөнәрле ижадсы" проекты – Стәрлетамаҡта
"Изге һөнәрле ижадсы" проекты – Стәрлетамаҡта

Ҡаланың Абдулҡадир Инан исемендәге 7 се һанлы китапханаһы һәм Стәрлетамаҡ Яҙыусылар берекмәһе "Йәшлек" гәзите тарафынан иғлан ителгән "Изге һөнәрле ижадсы" марафонына ҡушылып, әҙәби кисә ойошторҙо. Сараны шағирә Римма Ғәлимова йәнле итеп алып барҙы һәм һәр ижадсы менән таныштырҙы.

Башҡортостан әҙәбиәтенең төп көсөн тәшкил иткән әҙиптәрҙең күбеһе Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Ә студент йылдарында улар мотлаҡ рәүештә "Ашҡаҙар" әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнгән. Уҡыу йортоноң даны - ундағы талантлы, талапсан, өлгөлө уҡытыусылар. Бөгөнгө кисәлә профессор, балалар өсөн күп әҫәрҙәр авторы Рәмзәнә Абуталипова һәм филология фәндәре кандидаты, шағирә Рита Фәтҡуллиналар ҙа ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ йәш уҡытыусылар Гөлфиә Ноғоманова, Гөлнар Асҡарова, мәғариф ветерандары Нурия Бикбаева, Зөһрә Үтәғолова, әҙәбиәттә тәүге аҙымдарын яһаусы Тәнзилә Маликова, Хәмдиә Мортазиналар ижады менән дә танышты. Ишембай һандуғасы Рузалия Ниғмәтуллина йырҙары менән байрамды биҙәне.

Уҡытыусыларҙың күп яҡлы талант эйәһе икәнен дәлилләп, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзәнә Әбүталипова осрашыуҙы башҡорт халыҡ йыры "Шәүрәкәй" менән тамамланы.

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты – Стәрлетамаҡта
"Изге һөнәрле ижадсы" проекты – Стәрлетамаҡта
Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас