

Мәҫәлән, Барнаул ҡалаһында медицина колледжында ҡатын-ҡыҙзар өсөн курстар булдырылған. Гүзәл заттар тактик медицинаны һәм яралыларға ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Ҡатындарҙың күбеһе хәрби госпиталдәргә эләгергә, унда тәжрибә туплағас, СВО-ға юлланырға ниәтләй. Әлбиттә, ҡала дауаханаларында эшкә ҡалырға теләүселәр ҙә юҡ түгел.
Студенттарҙың береһе Алина Будских ирен фрoнтҡа оҙатҡас, айырылыуҙы бик ауыр кисергән һәм медицина колледжына шәфҡәт туташына уҡырға ингән. Әле ул край дауаханаһында практика үтә. Бында ҡыҙҙар хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланыр алдынан белемен нығыта. Алина яратҡан ире менән фронтта осрашырға теләй.