ҠАРА СӘЙНҮК

Ҡара сәйнүк нисә йылдар Хеҙмәт итте бесәндә, Йәйҙәр етһә иҫкә алам, Үткәндәрҙе сисәм дә. Әллә ни ҙә түгел үҙе — Ябай ғыная монаят, Тик бесәндә сәй булмаһа Эш барамы - үл дә ят! Сабынға тәү йыйынғанда Иң хөрмәтле ул — сәйнүк, Арбаға бәйләп ҡуйыла Ҡара сәйнүк иң тәүҙүк! Яланға килеп етеүгә Ҡунаҡлай ул усаҡҡа, Мәтрүшкә, еләк еҫтәре... Утын ташыу ҡосаҡлап... Сәйнүк сәйе ҡеүәт өҫтәй, Ямғыр яуһа — йыуата! Кисен кеше күҙҙәренән Йәшерәбеҙ ҡыуаҡҡа. Йәшермәйсә! Ике ҡулһыҙ Ҡалайыҡмы беҙ унһыҙ?! Ашһыҙ була, сәйһеҙ булмай, Сәйһеҙ эшең дә уңһыҙ. Кәрәк түгел бесәнлектә Алтын самауырҙарың, Бер ни ҙә алмаштыралмай Усаҡта шаулап ҡайнаған Ҡара сәйнүк йырҙарын. ...Һәр кемгә лә яҙмаған шул Кешеләр араһында —Ҡара сәйнүк була алыу Милләттең арбаһында. Гүзәл Ситдыҡова.

ҠАРА СӘЙНҮКҠАРА СӘЙНҮК
ҠАРА СӘЙНҮК

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас