Уғатарҙар көс һынашты

  Һуңғы осорҙа башҡорттарға хас  булған уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһы тергеҙелә башлау ҡыуандыра. Мәргәнлек менән бер рәттән уҡыусыларҙа  илһөйәрлек   тәрбиәләнә, рухлы ҡыҙ-егеттәр үҫә.  

Уғатарҙар көс һынаштыУғатарҙар көс һынашты
Уғатарҙар көс һынашты

 

 Мәргәнлек менән бер рәттән уҡыусыларҙа  илһөйәрлек   тәрбиәләнә, рухлы ҡыҙ-егеттәр үҫә. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла  ла быйылғы  уҡыу йылында  уҡ-һаҙаҡтан атыу түңәрәге бик әүҙем эшләне. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәис Низаметдинов алып барҙы.  Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөнө.  Ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы, егеттәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышып, мәргәнлек һәләтен үҫтерҙе.

Уҡыу аҙағы яҡынлашҡанда йыллыҡ эш һөҙөмтәһен барлау маҡсатында уғатарҙар  турниры ойошторолоп, еңеүселәр билдәләнде. Улар  –  10 класс  уҡыусылары Рәсим Байназаров, Юлдаш Юнысов һәм Ғайсар Илбәков.

 Автор: Алсыу ИСЧУРИНА, тәрбиәсе.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас