Банк хеҙмәткәрҙәре тағы уяулыҡ күрһәткән

Салауат ҡалаһынан 71 йәшлек ҡатынды аферистар күмәкләп алдаған. Ысын банк, полиция хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшәм, аҡсамды мутлашыусыларҙан ҡотҡарам, тип уйлаған пенсионер муттарға 1,5 миллион һум аҡса күсерә яҙған.

Банк хеҙмәткәрҙәре тағы уяулыҡ күрһәткәнБанк хеҙмәткәрҙәре тағы уяулыҡ күрһәткән
Банк хеҙмәткәрҙәре тағы уяулыҡ күрһәткән

Ярай ҙа бер банкта уға бөтөнләй аҡса бирмәгәндәр, икенсеһендә операционист уға мутлыҡтар тураһында яҙылған брошюра биргән. Брошюраны уҡығас, пенсионер үҙенең алданғанын аңлап, билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсереү буйынса операцияны туҡтатҡан да, полиция бүлегенә барып, ғариза яҙа һалған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас