100 йәшлек ветераны вафат булды

Күмертау ҡалаһынан 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Козимирҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов хәбәр итә. "Быйыл февралдә беҙ уны 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлағайныҡ. Ә 9 майҙа -- Бөйөк Еңеү көнө менән. Владимир Иванович -- иҫ киткес хәтирәләргә, ҡаһарманлыҡтарға һәм ҡаҙаныштарға бай тарихҡа эйә шәхес ине. Яҡындарының һәм ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам".

100 йәшлек ветераны вафат булды
100 йәшлек ветераны вафат булды
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас