

Янғын һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында 1957 йылғы ҡатындың мәйете табылған. Уттан зыян күргән 1978 йылғы ҡатын 18-се дауаханаға оҙатылған. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй.
Ут менән һаҡ булығыҙ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Янғын ваҡытында 101 йәки 112 номерына шылтыратығыҙ!
Фото: МЧС РБ.