

Бөгөн көндөҙ РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Илеш районындағы көтөлмәгән хәл тураһында мәғлүмәт килгән. Ишҡар һәм Ҡыҙыл Байраҡ ауылдары араһындағы күпергә ағас ауған. Баҡтиһәң, был ҡондоҙҙарҙың эше булып сыҡҡан.
Ағас машина йөрөтеүселәргә хәүеф тыуҙыра, тип хәбәр иткән ауыл халҡы. Күперҙе йүнәтеүгә оператив төркөм ебәрелгән. Район етәкселеге, ауыл хакимиәте менән бәйләнешкә сығып, ағасты ҡырҡҡандар.