

Бөгөн көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ – 17–22 градус, көньяҡ-көнсығышта 12 градус йылы.
Йома, 19 майҙа, төндә төбәктең көньяғында, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 3–8, көндөҙ 15–20, көнсығыш буйынса 10 градусҡа тиклем йылы.
Фото: Т. Аманов