Учалылар, һаҡ булығыҙ: аферистар һеҙҙең районды "эшкәртә"

Учалы районында ике пенсионерҙы "Яҡынығыҙ юл фажиғәһенә тарыны" схемаһы буйынса алдағандар.

Учалылар, һаҡ булығыҙ: аферистар һеҙҙең районды "эшкәртә"Учалылар, һаҡ булығыҙ: аферистар һеҙҙең районды "эшкәртә"
Учалылар, һаҡ булығыҙ: аферистар һеҙҙең районды "эшкәртә"

81 йәшлек әбейҙән 800 мең һум аҡса талап иткәндәр. Пенсионерҙың ни бары 100 мең һум аҡсаһы булған, шуны курьер аша "бәләгә тарыған туғанына" биреп ебәргән.

69 йәшлек ҡатындан да шул уҡ юл менән 100 мең һумды урлағандар.

Был факттар буйынса енәйәт эштәре асылған. 

Учалынан тыш, яҡын-тирәләге башҡа ҡала һәм райондар буйлап та йөрөүҙәре ихтимал, яҡындарығыҙҙы иҫкәртеп ҡуйығыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас