

Дөйөм көс менән янғын һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында 1955 йылғы ҡатындың мәйете табылған. Янғын сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе асыҡлай.
Уҙған тәүлектә 29 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 11-е шәхси секторҙа булған. Шул иҫәптән, Әбйәлил районы Ташбулат, Яҡты Күл ауылдарында - йорттар, Стәрлетамаҡта - баҡса йорто, Иглин районында - йорт, Өфөлә - еңел автомобиль, Әлшәй районында - мунса, гараж, Ҡырмыҫҡалы районында - мунса, Асҡын районында - йорт, һарай, ҡаралты, Сибайҙа йорт мөлкәте янған.
Фото: МЧС РБ.