Банк хеҙмәткәрҙәре уяулыҡ күрһәткән

Һуңғы ваҡытта бөтә республика буйлап хоҡуҡ һаҡлаусылар банк хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмәләр үткәреп, уларға популяр мутлыҡ схемалары, эш алгоритмдары тураһында һөйләгәндәр. Иҫкәртеү сараһы ыңғай һөҙөмтә бирә. 

Банк хеҙмәткәрҙәре уяулыҡ күрһәткәнБанк хеҙмәткәрҙәре уяулыҡ күрһәткән
Банк хеҙмәткәрҙәре уяулыҡ күрһәткән

Мәҫәлән, Беренсе Май урамындағы банктарҙың береһендә клиент 800 мең һумлыҡ кредит юлларға маташҡан. Банк хеҙмәткәрҙәре клиенттың сиктән тыш тулҡынланыуына, үҙен сәйер тотоуына иғтибар итеп, уның менән аралаша башлағас, аферистар тоҙағына эләгеүен аңлаған. Банк хеҙмәткәрҙәре кредитты рәсмиләштереүҙе туҡтатып, ирҙе оло бәләнән ҡотҡара.

Профилактик саралар һөҙөмтәһендә шулай уҡ Бессонов урамындағы банкта, Нефтекамала, Туймазыла, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа һәм башҡа ҡалаларҙа банк хеҙмәткәрҙәре уяулыҡ күрһәтеп, кешеләргә хаталанырға юл ҡуймай.

 Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Арина Колчина хәбәр итә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас