Был программала тиҫтәләгән белгес ҡатнаша. Улар дәүләттән хеҙмәте өсөн яҡшы ярҙам алды. Өфө фән һәм технология университетының физик химия һәм химик экология кафедраһы доценты, химия фәндәре кандидаты Гөлназ Шәймәрҙәнова ошондай белгестәр рәтендә. Әлеге ваҡытта йәш ғалим фатир һатып алырға йыйына.
- Йәш белгес булараҡ, был ярҙам һеҙҙең өсөн бик ваҡытлы һәм файҙалы булғандыр...
- Ысынлап та, былтыр төбәк Башлығының башланғысы менән республика вуздарында эшләүсе йәш педагогтарға ҙур ярҙам күрһәтелә башланы. Радий Хәбиров, уңайлы, лайыҡлы шарттарҙа йәшәү һәм эшләү мөһим, программа бик күп йәш ғалимдың тормошон яҡшыртасаҡ, тине. Беҙгә иң яҡшы ғилми һәм мәғариф учреждениеларында стажировка үтеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге килеп тыуҙы. Мин конкурста торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ҡатнаштым. Конкурс комиссияһы документтарымды ҡарап сыҡҡас, минең хеҙмәтемде лайыҡлы тип тапты. Түләүҙе фатир һатып алыуға тотонорға йыйынам. Балаларҙың кинәнеп уйнарға үҙ бүлмәһе буласаҡ, ә мин ғилми хеҙмәттәремде өйҙә лә яҙа аласаҡмын. Республика һәм вуз етәкселегенә рәхмәтлемен.
- Бындай дәртләндереүҙән һуң ең һыҙғанып эшкә тотонғанһығыҙҙыр... Әлеге ваҡытта ниндәй эштәр менән шөғөлләнәһегеҙ?
- Ғилми-тикшеренеү эшемде Рәсәй ғилми фонды гранты ярҙамында алып барам. Номеры - «№ 19-73-20073 (https://rscf.ru/project/19-73-20073/»). «Яһалма пирамидин, азот һәм кислородлы берләшмәләр нигеҙендә полифункциональ дарыу матдәләре эшләү» тип атала. Етәксем – профессор, химия фәндәре докторы Ю.С. Зимин.
Мин биологик актив матдәләрҙең антиокисланыу механизмдарын өйрәнәм. Биологик актив матдәләрҙең, шул иҫәптән дарыуҙарҙың антиокисланыу билдәләрен медицина өлкәһенә бәйләнеп ҡарала. Һуңғы ун йылда кеше организмында липидтарҙы перекись менән окислау һөҙөмтәһендә радикалдарҙың юҡҡа сығыуы, кешенең ҡурҡыныс ауырыуҙарға дусар булыуы ныҡлы өйрәнелде. Организмдағы окисланыу процестарын яйға һалыу тәбиғи антиоксиданттар ярҙамында ғына мөмкин. Киң мәғлүмәт сараларында БАД-тарҙы, антиоксиданттарҙы пропагандалайҙар, әммә был дөрөҫ түгел. Беҙ тап ошондай полифункциональ дарыуҙар булдырыуҙы, антиоксиданттарҙың организмға тәьҫирен ентекле өйрәнергә ниәтләйбеҙ.
- Ҙур рәхмәт, уңыштар теләйбеҙ!