Тормош йәме, йәшәү ғәме

Был донъяла һәр ваҡытта Ниҙер етмәй кешегә. Селләлә эҙләй йылы ер Ямғырҙан һуң күшегә. Ҡыш етһә йәйен һағына Көҙ етһә тәмле мәлен. Ваҡыт ҡына һис йәлләмәй Башҡара үҙ ғәмәлен. Көндө төнгә алмаштырып Таң ата ла кис етә. Был тормоштан ниҙер көтөп Ғүмерҙәр шулай үтә. Рәхмәт әйтеп йәшәйексе Яңы тыуған һәр көнгә. Ҡәнәғәтлек ҡылып ҡына Яҙмыш яҙған хөкөмгә. Баймырҙина Римма

Тормош йәме, йәшәү ғәмеТормош йәме, йәшәү ғәме
Тормош йәме, йәшәү ғәме

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас