

Өлкәндәргә әүҙем ял “Демография” һәм ”Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекттары буйынса ойошторола.
Апрель-майҙа Мәсетленән 768 пенсионер баш ҡалала бер көнлөк сәйәхәттә булған. Уларға “Күп йөҙлө Өфө” программаһы тәҡдим ителгән. Ҡунаҡтарҙы “Ағиҙел” предприятиеһына алып барғандар, Сталин Ампирын күрһәткәндәр. Дуҫлыҡ Монументы, Совет майҙаны, “Ете ҡыҙ” фонтаны, Салауат Юлаев һәйкәле, “Ләлә-Тюльпан” мәсете – былар барыһы ла сәйәхәтселәргә бик оҡшаған.
Фото: Мәсетле районы хакимиәтенән.