

Ваҡиға урынында полицейскийҙар зыян күргән кешенең фатирына күтәрелгән. Унда 35 йәшлек ир булған. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн быға тиклем яуыз ниәт менән һаулыҡҡа зыян килтереү буйынса хөкөм ителгән ир полиция бүлегенә килтерелгән.
Ир менән ҡатын араһында көнләшеү фонында конфликт сығыуы асыҡланған. Ир хәләл ефетен фатирҙан сығармаҫҡа ҡарар иткән һәм ишекте бикләп ҡуйған. Ҡатын ярҙам саҡырырға маташып, балконға сыҡҡас, ир уны төртөп төшөргән. Һөҙөмтәлә ауыр йәрәхәтләнгән 34 йәшлек ҡатын дауаханаға эләккән.
Ҡатынын иркенән мәхрүм иткәне, уны үлтерергә маташҡаны өсөн иргә ҡарата енәйәт эше асылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт эшен тикшереүҙе дауам итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.