

52 йәшлек ир ҙә капиталын арттырырға тырышып, шул уҡ "инвестициялау" схемаһы буйынса биш миллион һумды аферистарға бүләк иткән.
53 йәшлек ҡатынды, билдәһеҙ әҙәмдәр иҫәптәге аҡсағыҙҙы урларға йыйыналар, быға юл ҡуймаҫ өсөн кредит алып, һумдарҙы банкомат аша йәһәт кенә "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерегеҙ, тип алдағандар. Банкта ҡатындан, кредитты ниндәй маҡсатта алырға теләйһегеҙ, тип һорағастары, ул, автомобиль һатып алырға йыйынам, тигән. Зыян күләме - ике миллион һум.
Шул уҡ схема буйынса алданған 54 йәшлек ҡатынға ярай ҙа ни бары 500 мең һум ғына кредит биргәндәр. Хәйер, 500 мең һумды ла күпме ваҡыт түләргә тура киләсәк...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.