Башҡортостанда 93 рәсми пляж асылыуға әҙер

Башҡортостанда һыу инеү миҙгелен асыуға 148 рәсми пляждың 93-ө әҙер, тип хәбәр итте республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостанда 93 рәсми пляж асылыуға әҙерБашҡортостанда 93 рәсми пляж асылыуға әҙер
Башҡортостанда 93 рәсми пляж асылыуға әҙер

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ведомство интерактив карта эшләгән. Унда республикалағы һыу ятҡылыҡтары янында ял итеү локациялары хаҡында мәғлүмәт урынлаштырылған. Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән башлана. Өфөлә йыһазландырылған 10 пляж эшләй башлаясаҡ.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас