Ҡурған өлкәһендәге кеүек янғындарҙан Аллам һаҡлаһын...

Ауылдар тотошлай яна... Унда утты һүндереүҙә беҙҙең егеттәр оло фиҙаҡәрлек өлгөһөн күрһәтә. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Ҡурған өлкәһендәге кеүек янғындарҙан Аллам һаҡлаһын...Ҡурған өлкәһендәге кеүек янғындарҙан Аллам һаҡлаһын...
Ҡурған өлкәһендәге кеүек янғындарҙан Аллам һаҡлаһын...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының аэромобиль төркөмө (50 кеше һәм 7 берәмек техника) Ҡурған өлкәһендә янғынды һүндереүҙә ярҙам күрһәтеүен дауам итә.

Ял көндәрендә беҙҙең аэромобиль төркөмдөң Ногинск ҡотҡарыу үҙәгенең бүлексәләре, авиация (ИЛ-76, Бе-200ЧС, МИ-8) менән берҙәм эш итеүе һөҙөмтәһендә Ҡурған өлкәһенең Юрғамыш округында 1000 гектар майҙанда ландшафт янғын һүндерелгән. Уларҙың фиҙаҡәрлеге һөҙөмтәһендә 117 кеше йәшәгән Зырянка тораҡ пункты имен ҡалған. Ә бит 3,5 километрға таралған ут ауылға ныҡ яҡынлаған булған. 

Эштәр башланғандан алып (8 майҙан) Ҡурған өлкәһендә янғын һүндереүселәребеҙ тарафынан 300-гә яҡын йорт һәм ҡаралты һаҡлап алып ҡалынған, утта һәләк булған 3 кешенең мәйете табылған, 70-кә яҡын газ баллоны ут эсенән сығарылған. Халыҡҡа ла бөтә яҡлап ярҙам күрһәтелә. 

Видеола Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының махсус янғын һүндереү часы начальнигы Алексей Васильев һөйләй.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас