

Салауат ҡалаһынан 43 йәшлек ир ялған "брокер компанияһы инвесторҙары" менән аралашҡандан һуң, уларға 1,5 миллион һум аҡса күсергән. Шуның бер миллионы - кредитҡа алынған.
Нефтекаманан 52 йәшлек ирҙе аферистар, финанс ҡушымта аша күп иткәнсе аҡса эшләргә мөмкин, тип алдаған. Ир был "аҡсалы эшкә" ҡатынын да ылыҡтырған. Һөҙөмтәлә улар ике миллион һум кредит аҡсаны билдәһеҙ әҙәмдәргә ебәреп осталған.
Өфөнән 38 йәшлек ҡатынға ялған "банк" һәм "полиция хеҙмәткәрҙәре" шылтыратып, иҫәбегеҙҙән аҡса урлайҙар, тип ҡурҡытҡандар, "быға юл ҡуймаҫ өсөн йәһәт кенә кредит алып, сумманы "хәүефһеҙ" резерв иҫәпкә күсерергә кәрәк"леген аңлатҡандар. Ҡатын бер миллион һумды кредитҡа алып, үҙенең бер миллион һум аҡсаһын да ҡушып, ике миллионды сауҙа үҙәгендәге банкомат аша мутлашыусыларға ебәргән.
Әйтерлек һүҙ ҙә юҡ, хатта...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.