Депутаттар Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын ҡарай

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты депутаттары "БР Ғаилә кодексының 51-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы закон проектын хупланы. Уны сираттағы пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа ҡабул итеү күҙаллана.

Депутаттар Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын ҡарайДепутаттар Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын ҡарай
Депутаттар Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын ҡарай

Парламент Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон проектында беҙҙең республикала суррогат әсәлек технологияларын файҙаланыу мәсьәләләре регламентлана. Ундай технологияларҙы сит ил граждандары һәм гражданлығы булмағандар өсөн ҡулланыу тыйыла. Ундай хоҡуҡ рәсми никахта торған рәсәй граждандарына ғына бирелә. Әгәр ҙә һаулығы әсә булырға мөмкинлек бирмәһә, яңғыҙ ҡатын да был хоҡуҡты файҙалана ала.

Закон проектында айырылышҡан осраҡта ата-әсәлекте таныу мәсьәләһе көйләнә.

Һәр хәлдә был документ балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас