

Был конкурста илдең бөтә төбәгенән дә йырсылар ҡатнаша. "Йондоҙ"ҙоң маҡсаты - донъяға иң-иң һәләтле йырсыларҙы күрһәтеү. Оҫталыҡ ярышы РФ Оборона һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары булышлығында үтә.
Дияна Ишниязова финалға сығыуына шат, әммә еңел булманы, ти ул. Тәүге этапта ун йырын башҡарған. Репертуары сит ил, Рәсәй авторҙары, башҡорт халыҡ йырҙарынан торған. "Звезда" телеканалындағы һайлап алыу барышында иһә уға Раймонд Паулстың Роберт Рождественский һүҙҙәренә яҙған "Любовь настала" йырын башҡарыу бәхете тейгән.
Финалда 16 йырсы сығыш яһай. Бер еңеүсе билдәләнә.
Диянаға уңыштар!
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.