

Быйыл тимер юлы асылыуға - 70 йыл. Байрамға килгән балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Куйбышев тимер юлының территорияль идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков, Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Муллайәнов һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡотланы.
Балалр тимер юлында шөғөлләнеүселәр ҙә килгәйне. Әле унда 400-ләп бала йөрөй.
Рәсәйҙә бөтәһе 25 балалар тимер юлы бар.
Был иҫтәлекле көндө балаларға матур концерт та ҡуйылды, бүләктәр ҙә булды, Балалар тимер юлына артабан да бәләкәстәрҙе ҡыуандырып, оҙаҡ һәм төҙөк эшләүен теләнеләр.
Фото: vk.com/ufa