Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының иң мөһим биш проекты

Быйыл Сибайҙа бишенсе тапҡыр уҙғарыласаҡ "Зауралье" инвестһабантуйы - йылдың иң әһәмиәтле сараларының береһе.

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының иң мөһим биш проектыБөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының иң мөһим биш проекты
Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының иң мөһим биш проекты

 "Башинформ" агентлығы ТОП-5 проектты һанаған.

1-се проект - Көньяҡ-көнсығыш райондарҙың 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһы.

Уны дүртенсе форумда презентациялағандар. Проекттың бөтә сараларын ғәмәлгә ашырыуға 175,7 млрд һум аҡса йүнәлтелә. 

2-се проект - Сибайҙа ПС - 500 электро подстанцияһы төҙөү. Ул 2025 йылға әҙер буласаҡ.

3-сө проект - Сибай - Сара тимер юлын һалыу. Был проект Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим урын биләй.

4-се проект - Сибай филармонияһын тергеҙеү. 2021 йылда яңыртылғандан һуң асылған. Беләһегеҙ, бина янғында ҙур зыян күргәйне. Хәҙер ул юғары кимәлдәге сараларҙы ла үткәреү мөмкинлегенә эйә.

5-се проект - "Ҡаҙ һәм бал" гастрономик фестивале. Уны 2020 йылда инвестһабантуйҙа үткәрҙеләр. Хәҙер ул - Сибайҙың йөҙөй ҡашы.

Бөтә Рәсәй "Зауралье" Инвестиция һабантуйында барлыҡҡа килгән мөһим проекттар күп әле.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас