***
Йәйге ҡояш яңы ғына әлеҠалҡып килә ине ул саҡта.Беҙ йүгерҙек күмәк, беҙ йүгерҙекТау башында ятҡан ҡояшҡа.Кем иң элек уға барып етә,Кем – нур-ялын һыйпай иң элек!Бер-беребеҙҙе уҙып, сыр-сыу килеп,Беҙ ҡояшҡа табан йүгерҙек.Эй йүгерҙек!.. Йылға, тауҙар аша –Малайҙарҙың сыбар төркөмө..Бына-бына етер кеүек инек,Тик ул... күккә ырғып өлгөрҙө!Баҫып торҙоҡ оҙаҡ, ҡолас йәйеп,Һоҡланышып, тирләп, әлһерәп...Кемдер шунда: "Тотор инек, – тине , –Эх, йүгерһәк, – тине, – шәберәк..."Йәйге ҡояш яңы ғына әлеҠалҡып килә ине ул саҡта....Ялан аяҡ малай, әй, ул малай,Ул – йыраҡта хәҙер, йыраҡта...Тик, таң атты иһә, сығам тышҡа,Тауҙар алда, тауҙар – ҡырласлы.Бала сағым әле һаман ундаЭҙләп йөрөй һымаҡ ҡояшты.Һәм ҡапыл ул серле таң эсенән,Ал шаршауҙы һирпеп ебәреп,Йүгереп сығыр төҫлө, көлә-көлә,Ялан аяҡ – ҡояш күтәреп!Рәшит Назаров