Наркотик таратыусылар тотолған

Дыуан районында ете кеше наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешендә шикләнелә.

Наркотик таратыусылар тотолғанНаркотик таратыусылар тотолған
Наркотик таратыусылар тотолған

Синтетик наркотик таратыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Әлеге ваҡытта наркотөркөм ағзалары ҡулға алынған. Тикшереү барышында ғәйепләнеүселәрҙең йәшәгән урыны буйынса тентеүҙәр үткәрелгән. Законһыҙ әйләнештән бөтәһе 4 килограмм 460 грамм наркотик матдәләр тартып алынған. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Енәйәтсел шөғөлгә ҡатнашы булған башҡа кешеләрҙе эҙләү дауам итә.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас