

Өфөнән 42 йәшлек ҡатын да шул уҡ схема буйынса алданған. Уны ла нефть-газ һатыу буйынса биржаға аҡса инвестицияларға өгөтләп күндергәндәр. Миллион һумдан ашыу кредитты ла, үҙенең дә иҫәбендәге аҡсаһын төрлө банк иҫәптәрен күсереп бөтөргән.
Ә баш ҡалала йәшәгән 61 йәшлек ҡатынды, муттар иҫәбегеҙҙән аҡсағыҙҙы урлай, быға юл ҡуймаҫ өсөн кредит алырға ла, "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип алдағандар. Зыян күләме - миллион һумдан ашыу...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.