Кәйефте күтәрәм тиһәң...

Ни бары бер-ике ризыҡты ашау ҙа етә.

Кәйефте күтәрәм тиһәң...Кәйефте күтәрәм тиһәң...
Кәйефте күтәрәм тиһәң...

Педиатр, шәкәр диабеты менән сирләүселәр өсөн проект-лекторий эксперты Ольга Кашляк тигән ханымдың кәңәшенә күҙ һалайыҡ.

"Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек кәйефте лә күтәрә, стрестан да һаҡлай, борсолоуҙарҙы бөтөрә.

Мәҫәлән, майлы балыҡ. Ул мейе эшмәкәрлеген көсәйтә. Лосостә Д витамины ла күп. Ул файҙалы матдәнең дефициты булғанда хәүефләнеү тойғоһо көсәйә. Тимәк, был витаминды еткәнсә ҡабул итергә кәрәк.

Йомортҡа ла стресс кимәлен кәметә. Д витамины унда ла күп. Өҫтәүенә, триптофан аминокислоталары серотонин – “яҡшы кәйеф гормоны” – бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Триптофан ҡара шоколадта ла бар.

Борсолоу-хафаланыуҙан ҡабаҡ орлоғо ла ярҙам итә. Хатта банан да кешене тынысландыра ала".

Исемлеккә йогурт, куркума ла индерелгән.

Ҡыҫҡаһы, “дөрөҫ” ризыҡ ашағыҙ һәм тыныс булығыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас