***

Һау сағымда ҡайтып хәлемде бел, Ҡайтыр юлың, балам, онотма! Йән әрнетер ғазап, уйға һалып Әсәң йөрәккәйен һулытма! Һуңлай күрмә күҙем тереүендә Яҡты йөҙөң күреп ҡалайым. Ваҡытың да юҡтыр, мәшәҡәттәр Уныһын да балам, аңлайым. Әйтер һүҙем әйтелмәйсә ҡалһа Күңелемдә ҡатыр таш булып. Төштәремдә күреп уянам гел Үкһеп илап, йәшкә быулығып. Бәлки бер саҡ әсәм, көтә тиеп, Ҡабаланып ҡайтып инерһең. Усаҡ һүнгән...Ҡайнар ашым булмаҫ, Күҙ йәштәрең бары түгерһең... Барлыбаева (Иҫәндәүләтова) Сәлимә

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас