

«Музейҙар төнө»ндә республиканың төп музейында кинолектрий, видеолекция, оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ, этностилдә фото төшөү мөмкинлеге буласаҡ, кис дауамында ҡунаҡтар өсөн «Джус бенд» и «Эйфория» музыкаль төркөмдәре сығыш яһаясаҡ.
Был төндә музейҙа уҙасаҡ «Бер эскпонат тарихы» акцияһы сиктәрендә һәр кем үҙенең ғаиләһендә һаҡланған, быуындан-быуынға тапшырылап килгән изге ҡомартҡыны музейға бүләк итеп үҙ исемен музей тарихына яҙып ҡалдыра ала.
Экскурсиялар ваҡытында музейға килеүселәр Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың биҙәү-ғәмәли сәнғәте тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетәсәк, Көнъяҡ Уралдың күп төрлө минералдары һәм таштары менән танышасаҡ, республиканың геологтары тураһында һәм уларҙың республикала геология фәнен үҫтереүгә һалған ролдәре тураһында беләсәк. Ә музей залдары буйлап уҙасаҡ музыкаль сәйәхәттә һәр кем башҡорт халыҡ йырҙарының тарихы менән бер рәттән уларҙың ҡурайҙа яңғырауын да ишетәсәк.
«Музейҙар төнөнө» килгәндәр уҙған быуаттарға сәйәхәт ҡылып алыҫ дәүерҙәрҙә йәшәгән ҡыйыу батырҙар һәм һылыу ҡыҙҙар менән «осрашасаҡ» һәм уларҙың йәшәү рәүешен, ҡылыҡ-ғәҙәттәрен белә аласаҡ. Һеҙҙе археология залында күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ.
Был кистә шулай уҡ музейҙа медицина өлкәһенә һәм табиптарға, республиканың алдынғы архитекторҙарына ҡағылышлы, Өфө тураһында, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте хаҡында ҡыҙыҡлы лекторийҙар уҙасаҡ. Ә “Музейҙар төнө” интеллектуаль уйында ҡатнашыусылар иһә үҙҙәренең тарих буйынса белемен тикшереп ҡарай аласаҡ. 20 май музейҙа балалар һәм ололар өсөн тәғәйенләнгән бик күп оҫталыҡ дәрестәре лә уҙасаҡ.
Барығыҙҙы ла Башҡортостандың Милли музейында көтөп ҡалабыҙ.
Фото: Т. Аманов