

Унда Әбйәлил районының бөтә хазинаһы тупланған. Башҡорттоң боронғо милли кейеме, камзул, селтәр-түшелдерек һәм башҡа биҙәүестәр. Һалабаш һалыу станогы, кашауай арба, көнкүреш эштәрҙә ҡулланылған боронғо ҡоралдар, ат-сбруй әйберҙәре, хатта бында бүре һуға торған суҡмар ҙа бар. Ул Тупаҡ ауылында бер ташландыҡ таш йортта табып алынған.
1-се фотола - боронғо эйәр.
2-се фотола - кашауай сана.
3-сө фотола - ярты быуаттан ашыу тарихы булған селтәр.
4-се фотола -- бәйләмес, йылҡы, мал бәйләүҙә ҡулланыла.
5-се фотола - һалабаштан үрелгән сумка.
6-сы фотола - элек бәләкәй сумка (сумочка) урынына ҡулланылған бәләкәй һандыҡ.
7-се фотола - үтектәр, кейемдең еңеү үтекләү өсөн бәләкәй генәләре лә бар.
8-се фотола - бүре һуғыу өсөн суҡмар.
Фотоларҙа ҙур музейҙың бәләкәй генә бер өлөшө.