Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны иҫәпләнде

Ағымдағы йылдың март аҙағына Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте органдарында 18,2 мең эшһеҙ иҫәптә торған, уларҙан рәсми эшһеҙҙәр һаны 15,7 мең кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән эшһеҙлек буйынса пособиены 13,1 мең кеше алған. Был хаҡта Башстат республиканың Хеҙмәт министрлығына һылтанып хәбәр итә.

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны иҫәпләндеБашҡортостанда эшһеҙҙәр һаны иҫәпләнде
Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны иҫәпләнде

Мартта 3,9 мең кеше эшһеҙ статусын алған, 2,5 мең эшһеҙ эш йәки килемле шөғөл тапҡан. Ай аҙағына ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж 43,1 мең кеше  булған, февраль аҙағына ҡарата ул 3,2 процентҡа артҡан.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас