

Мөрәжәғәттә закон боҙоу урыны хаҡында мәғлүмәтте, адресын, автомобилдең дәүләт номерын һәм уның хәрәкәт итеү маршрутын күрһәтергә, ваҡиғаны һүрәтләргә һәм фото йәки видео һалырға кәрәк.
Чат-ботҡа һылтанма: https://t.me/GIBDDRB_02bot
Иғтибар итегеҙ, чат-ботҡа килгән ғаризалар, мөрәжәғәттәр һәм һорауҙар рәсми тип һаналмай.
Был чатта аноним хәбәр ҙә ҡалдырырға була.
Рәсми мөрәжәғәттәр өсөн Дәүләт автоинспекцияһы сайтын файҙаланырға кәрәк: гибдд.рф/request_main – «Мөрәжәғәттәр ҡабул итеү» бүлеге.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында хәбәрҙәр ҡабул иткән ҡыҙыу линияһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8 (347) 279 32 92.
Уяу булығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.