***

Бәхет үҙең менән бергә, Уны ситтән эҙләмә. Кемдер бәхетле итер тип, Өмөтләнмә, көҫәмә. Бер кемгә лә бәйле түгел, Бәхет тик йөрәгеңдә. Үҙ-үҙеңдән ләззәт табып, Йүгереп йөрөүеңдә. Яҡты көндә, тыныс күктә, Донъяла барлығыңда! Ошо тормошто яратып, Йыр һуҙып барыуыңда! Бәхет кемдәрҙәндер торһа, Тимәк, ул хаким һиңә. Килтерер ҙә, алып китер - Ә һин бер мәхлүк мәллә?! Башҡаларға бәхетеңде Уйынсыҡ итә күрмә. Кеше көнлө бәхет менән Үҙеңә ситлек үрмә. Бәхетле бул үҙең өсөн! Тартылһын һиңә кеше. Бер-береһен тоя белеү Бәхетлеләрҙең эше. Бәхет бит ул - ҡәҙер тойоу, Үҙ-үҙеңде ҡәҙерлә. Ҡәҙереңде белмәҫтәйгә Ҡәҙереңде бөтөрмә! Светлана Насырова.

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас