ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕ

«Эйе, эйе», «ярай, ярай» – Хәтәр тылсымлы һүҙҙәр. Шуларҙы әйткән кешегә Асыла яҡты эҙҙәр. Бәхет ҡапҡалары аша Тәхет үрҙәре көтә. Ошо һүҙгә тоғроларҙың Ғүмере рәхәт үтә. «Юҡ, юҡ», «ярамай» тигәндең Урыны тупһала ғына. Үҙ һүҙе, фекере барҙың Тәхете төпһәлә генә. Ҡаршы әйткәнде яратмайҙар. Хәҡиҡәт кемгә кәрәк? Хаҡлыҡты әйтер өсөн дә Кәрәк бик оло йөрәк. «Эйе, эйе», «ярай, ярай» Тигәндәр тыныс йәшәр. Алҡымдан алғас дөрөҫлөк, Тәүбәгә килеп сәсәр. «Юҡ, юҡ», «ярамай» тигәндең Ғүмере дауыллы үтер. Ел-дауылға бирешмәгәс, Бәхетле ҡартлыҡ көтөр. Зөһрә Ҡотлогилдина

ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕ
ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас