

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ял көндәрендә Шишмәлә булған юл фажиғәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың бер туған апаһының ҡыҙы һәләк була. 32 йәшлек йәш блогерҙың 7 йәшлек ҡыҙы һәм 5 йәштәрен тултырған ике игеҙәк малайҙары тороп ҡала.
БР ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән, аварияла ҡатнашыуҙа шикләнелгән кешене тотоуҙары хаҡында белдерҙеләр. Билдәле булыуынса, ул Диана Сәфәрова үткән юл өлөшөнән “Тойота-Камри” автомобилендә уҙған. Ирҙе Шишмәләге полиция бүлегенә алып килгәндәр.
“Әлеге факт буйынса Рәссәй Эске эштәр министрлығының Шишмә район бүлексәһендә тәфтишселәр тарафынан “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу һәм транспорт сараларын эксплуатациялау” статьяһы буйынса енәйәт эше асылды”, – тиҙәр ведомствола.
Фото: Т. Аманов