

Утта ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ЦУР-ҙа БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Урмандарҙа янғын сығыу майҙаны 500 гектарҙан ашыу тәшкил иткән . Тораҡ пункттарға хәүеф янамай. Бынан тыш, 2 – 9 майҙа 280 гектарҙа ҡоро үлән арҡаһында 131 янғын теркәлгән.
«Ка-32 вертолеты Краснокама районында - ландшафт янғынын, Учалы районында - урман янғынын һәм Иглин районында техноген янғынды һүндереүгә йәлеп ителде», – тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.
Беҙҙең 50 ҡотҡарыусынан торған 50 кеше аэромобиль төркөм 7 майҙа Ҡурған өлкәһенә янғын һүндереүгә ебәрелгән.