

Шаршамбы, 10 майҙа, Башҡортостандың көньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 1–6 градус йылы, урыны менән 5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ 13–18, көньяҡ райондарҙа 9 градус йылы.
Кесаҙна, 11 майҙа, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә – 2–7 градус, көнсығышта ҡырау төшә, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0–3 градус һалҡын, көндөҙ – 14–19 градус йылы.
Фото: Т. Аманов