Иғтибар! Штраф бар

Урманда янғын сығыуға ғәйеплеләрҙән штраф түләтәләр. Онотмағыҙ: был осорҙа үтә хәүефле.

Иғтибар! Штраф барИғтибар! Штраф бар
Иғтибар! Штраф бар
Ут менән һаҡ булығыҙ. Ошо көндәрҙә Йылайыр ауылында сыҡҡан урман янғынында ғәйепле тип табылған кешегә 60 мең һум штраф яҙылған. Был сумманың 50 мең һумы урманда янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән өсөн булһа, 9,9 мең һумы - ут һүндереү сығымдарын ҡаплау өсөн.
Көндәр ҡоро тороу сәбәпле, янғын хәүефһеҙлеге көслө. Шуға ла, зинһар, һаҡ булығыҙ!
Урманды янғындан һаҡлау "Экология" милли проекты саралары буйынса алып барыла.
Беләһегеҙ, 15 майҙа тиклем урманға машина менән дә инеү тыйылған.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас