"Атайсал" форумы Бөрйәндә үтәсәк

Тыуған ерҙәренә ярҙам иткән яҡташтар Шүлгәнташ музейына форумға йыйыласаҡ.

"Атайсал" форумы Бөрйәндә үтәсәк"Атайсал" форумы Бөрйәндә үтәсәк
"Атайсал" форумы Бөрйәндә үтәсәк

Өсөнсө мәртәбә үткәреләсәк «Атайсал» форумы Бөрйән районыныдағы  Шүлгәнташ музейы майҙансығында буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

 

 –  4 майҙа беҙ икенсе   «Яҡташлыҡ көсө» форумын үткәрҙек. Бик матур проект. Унда ҡатнашырға  беҙ республикабыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе, ғөмүмән, яҡташтарыбыҙҙы йәлеп итәбеҙ. Сара ойошторолғандан алып,  кешеләр тыуған төйәгенә миллиард ярым һумға яҡын ярҙам  йүнәлткән. Ғаризалар арта . Минеңсә, проект билдәлелек яуланы, – тине Радий Хәбиров.

 

  Яҡташтарҙың киләһе форумын Шүлгәнташ музейы майҙансығында уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. Ул үҙенең хакимиәтенә әҙерлек эштәрен башларға ҡушты. Ҡунаҡхана фондын әҙерләргә һәм яҡташтар, пленар ултырыш үткәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡарарға кәрәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас