Ялығыҙҙы алдан планлаштырығыҙ

"Аңлатабыҙ. Башҡортостан" порталы Өфөлә һәм Башҡортостанда үтәсәк байрам сараларын тәҡдим итә. 

Ялығыҙҙы алдан планлаштырығыҙЯлығыҙҙы алдан планлаштырығыҙ
Ялығыҙҙы алдан планлаштырығыҙ

8 - 9 майҙа Өфө ҡалаһының Ленин майҙанында 14:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем ретро-техника күргәҙмәһе үтә. Шунда уҡ контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты һәм ялан кухняһы эшләйәсәк. Ошо көндәрҙә Рус драма театры парковкаһында Красногорскиҙан килгән тарихи техникалар һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркының БМП күргәҙмәһе ойошторола.

9 май иртәһе баш ҡалала сәғәт 10:00-да Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм сәғәт 11:00-ҙә Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскә һалыу тантаналарынан башлана.

Сәғәт 12:00-лә Октябрь проспектында Өфө территориаль гарнизоны, Башҡортостан Республикаһындағы федераль башҡарма власть органдары территориаль органдарының хәрби хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар, уҡыу йорттары кадеттары тантаналы сараның үҙәгендә буласаҡ. 13:00 сәғәттә Рус драма театры алдындағы майҙанда Өфөнөң мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең байрам концерты башланасаҡ.

15:00 сәғәттә - республиканың алдынғы ижади коллективтары, артистары ҡатнашлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы концерт була. Рәсми өлөштә республика Башлығы сығыш яһаясаҡ, сара тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә.

16:00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем Совет майҙанында - республиканың ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт.

18:00 сәғәттә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Салауат вариҫтары сигенмәйәсәк» спектакле. Ул легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командиры - Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған (билеттарҙы театр кассаһында һатып алырға мөмкин).

Республика Хәрби дан музейында 9 май - асыҡ ишектәр көнө.

Байрам саралары ҡаланың район майҙансыҡтарында ла үтәсәк. Еңеү көнө республиканың баш ҡалаһында Ленин майҙанында 23:00 сәғәттә сағыу фейерверк менән тамамлана.

«Мәҙәниәт» милли проекты һәм күп функциялы күсмә мәҙәниәт автоклубтары ярҙамында Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарында ла байрам концерттары ойошторола.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас