Тиҙ ҙә, тәмле лә...

Сәй табынына тиҙ генә тәмлекәс әҙерләргә теләһәгеҙ, был яҙмаға күҙ һалығыҙ.    

Тиҙ ҙә, тәмле лә...Тиҙ ҙә, тәмле лә...
Тиҙ ҙә, тәмле лә...

20 минутта әҙер булған кекс рецебы: 4 йомортҡаға 1 стакан шәкәр һәм 1 ҡап ванилинды күперткәнсе бутарға. Уға 100 г иретелгән аҡ май менән 5 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып, яҡшылап туҡырға. Тағы ла 2 стакан он, 2 балғалағ ҡабартҡыс (разрыхлитель теста) өҫтәп, миксер менән 5-7 минут тирәһе бутарға. Оҙағыраҡ туҡыған һайын кекстар ҡабарынҡы буласаҡ.

Ҡамырҙы кекс формаһының 2/3 өлөшөнә тултырып, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешерергә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас