

1942 йылдың һыуыҡ ҡышы. Шөңгәккүл – Шишмә тимер юлында хәрби-санитар поездар бәрелешеү һөҙөмтәһендә 42 кешенең ғүмере өҙөлә, улар араһында – һалдаттар һәм офицерҙар, санитарҙар һәм борт оҙатыусылар. 11 кеше ауыр йәрәхәттәр менән Өфө дауаханаһына оҙатыла. Авария сәбәптәре оҙаҡ йылдар йәшерен килеш һаҡлана – яҡындарына кешеләрҙең фронтта һәләк булыуы хаҡында хәбәр ителә, ә яугирҙар тимер юлы янында ерләнә. Һуңыраҡ Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды пассажирҙарҙың исемдәрен асыҡларға тырыша, әммә фажиғә сәбәптәре әле һаман сер булып ҡала.
«ТАСС» мәғлүмәт агентлығы журналисы Татьяна Майорова һөйләүенсә, фажиғәгә кеше факторы сәбәпсе булған. 191-се составтың машинисы ял итмәйенсә паровоз менән 34 сәғәт рәттән идара итә, бер аҙҙан ярҙамсыһынан үҙен алмаштырыуҙы үтенә. Хеҙмәттәшенең тәжрибәһе ҙур булмай, ул алда барған 80-се поездың габарит уттарын күрмәй һәм ҙур тиҙлектә эшелондың артына бәрелә. Төкөлгән поездың күсмә госпиталендә 471 пациент була. Уның дүрт вагоны рельстан сыға, кешеләрҙе ҡотҡарыу менән ике составтың да хәрби табиптары һәм санитарҙары, урындағы халыҡ шөғөлләнә. Тимер юлындағы янғынды оҙаҡ ваҡыт һүндерә алмайҙар, шулай уҡ тимер юлы рельсын да.
Беренсе булып фажиғә сәбәптәрен асыҡлау менән Шишмә мәктәбенең пионервожатыйы Неля Смирнова шөғөлләнә башлай. Һуңыраҡ был эште отставкалағы тәфтишсе Зиннур Усеев һәм ирекмән Римма Буранбаева шөғөлләнә. Неля Смирнова был тимер юлы һәләкәте хаҡында олатаһы Николай Зеленкиндан белеп ҡала:
«Олатайым бындай ҡурҡынысты үҙ ғүмерендә тәүгә күреүе хаҡында һөйләне. Яралы һалдаттар вагондарҙа тереләй янған. Ут ҡапҡан бер һалдат: «Мин – Байбурин, Сәфәр ауылынан, Башҡортостандан!» – тип ҡысҡырған. Олатай кешеләрҙең ҡалдыҡтары ерләнгән урынды күрһәтте. Унда ҡорбандарҙың барыһы ла ерләнмәүе асыҡланды. Баҡтиһәң, тимер юлын йүнәткәндә емереклектәр араһында табылған мәйеттәрҙе юл буйына соҡорға күмгән булғандар. Мин был ваҡиғалар хаҡында белгәс, ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иттем, ул ҡулын һелтәне. Уҡыусылар менән көрәктәр алдыҡ та, тимер юлына юлландыҡ. 1942 йылдың 40 градуслыҡ һыуыҡта мәйеттәрҙе тәрәнгә күмә алмағандар,, беҙ бер нисә ҡаҙыуҙа һөйәктәр тултырылған тоҡтарҙы таптыҡ. Мин уларҙың береһен алдым да ауыл хакимиәтенә, ә һуңынан хәрби комиссариатҡа барҙым», — «ТАСС».
Ошонан һуң урынға һәйкәл ҡуйыла. Обелискты Өфөлә әҙерләйҙәр – йыл һайын уның янына уҡыусылар барып йөрөй. Әммә артабан ни сәбәптәндер фажиғә сәбәптәрен бер кем дә асыҡланмай.
«1968 йылда беҙ бер урында ғына соҡор ҡаҙҙыҡ, уны олатай күрһәтте. Бынан тыш, һуғыштан һуң кешеләр каруф баҡсаларында кеше ҡалдыҡтарын табып алған. Әммә ул ваҡытта тимер юлындағы һәләкәт хаҡында бер ни ҙә билдәле булмай. Уйлап ҡарағыҙ: һүҙ Ватан һаҡсылары хаҡында бара! Уларҙы хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшырырға кәрәк түгелме!» - тип һөйләгән Неля Смирнова.
Артабан тарих менән оставкалағы тәфтишсе Зинур Усеев ҡыҙыҡһына башлай. Ул хәрби архивта һәләк булған санитарҙар Особливцева, Шелестова һәм Завьяловаларҙы асыҡлай. Мария Завьялова 19 йәшендә генә һәләк була. 1942 йылдың йәйендә уны фронтҡа саҡыралар – ҡыҙ ярты йылдан ошо фажиғәлә һәләк булған һәм Шишмә станцияһында ерләнгән. Усеевтың тырышлығы менән был мәғлүмәттәр «Память народа» порталына индерелә.
2020 йылда Зиннур Усеев вафат булғас, уның эшен ирекмән-эҙәрмән Римма Буранбаева дауам итә. Римма Буранбаева яралы һалдат Байбуриндың һәм икенсе санитар Вера Особлицеваның шәхесен асыҡлай. Ә 2022 йылда 80-се поездың шәхси составы хаҡында тулы мәғлүмәттәр табыла – уларҙы БР ЗАГС-ына тапшыралар.
«Башҡортостанда һәләк булған санитарҙар һәм борт оҙатыусыларҙан тыш, тәгәрмәсле госпиталдә поезд менән Николай Владимиров һәм Андрей Ноздрин етәкселек итә, дарыухана начальнигы Екатерина Визнер була, политрук – Алексей Козулин. Шәфҡәт туташтары – Алевтина Венглинская, Зоя Николаева, Антонина Стоколева, Елена Широкова һәм Зинаида Казарина. Мәскәү ҡыҙы Стоколеванан тыш, уларҙың барыһы ла Красноярск крайынан», - ти Римма Буранбаева.
Шул уҡ ваҡытта 80-се поезд күсереп алып барған яралы һалдаттарҙың исемдәре билдәһеҙ килеш ҡала.
«Документтар төрлө архивта һаҡлана. Оҙаҡ йылдар үтһә лә, ҡағыҙҙарҙың күбеһе йәшерелгән. Уларға махсус гриф һуғылған. Асыҡлар өсөн ҡағыҙҙар махсус эксперт комиссияһы тарафынан ҡаралырға тейеш. Әммә, күрәһең, был эшләнмәгән», — ти экспер.
Бөгөн эҙләү эштәренә Шишмә крайҙы өйрәнеү музейы директоры Радик Әхмәҙиев ҡушылған. Уның башланғысы менән фажиғә урынында яңы мәрмәр обелиск асылған.