Республикала йәшәүселәрҙе хәүефле күренештәр хаҡында иҫкәртәләр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе хәүефле һауа торошо тураһында иҫкәртә. Республиканың төрлө райондарында ҡапма-ҡаршы тәбиғи үҙгәрештәр күҙәтеләсәк.

Республикала йәшәүселәрҙе хәүефле күренештәр хаҡында иҫкәртәләрРеспубликала йәшәүселәрҙе хәүефле күренештәр хаҡында иҫкәртәләр
Республикала йәшәүселәрҙе хәүефле күренештәр хаҡында иҫкәртәләр

Атап әйткәндә, ҡайһы бер көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, ә төньяҡ-көнсығыш райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0-5 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшөүе фаразлана.
Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән 8 майға киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ғына бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 14 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә - 0-5 градус, урыны менән - һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-5, көндөҙ 10-15 градус йылы. Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшөүе фаразлана. Күреү мөмкинлеге - 500-1000 метрҙан.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас